БАШҠОРТОСТАНЫМ
БАШҠОРТОСТАНЫМ Башҡортостан тыуған ерем, Аллы-гөллө болондар. Киң иркен яландарыңда Сабып уйнай ҡолондар. Һоҡландырғыс тәбиғәтең Йәм бирә тирә-яҡҡа. Күпме йырҙар, күпме шиғыр Яҙылған һинең хаҡта. Бейек ғорур тауҙарың бар, Күлдәрең, йылғаларың. Татыу ғаилә булып йәшәй Илһөйәр, рухлы халҡың. Ағастарҙың ниндәйе юҡ, Йүкә, имән, ҡарағай. Талдарыңдың ботағында Моңло ҡоштарың һайрай. Тупрағың йомшаҡ мамыҡтай, Күкрәп үҫә игендәр. Халҡың мул тормошта йәшәй, Еремә ереккәндәр. ҒИЛМАНОВА Рушана, Тимер Йосопов исемендәге республика лицей-интернатының 9-сы "Б" синыфы уҡыусыһы.