“Матлицейҙа элита әҙерләйәсәкбеҙ. Уны файҙаланыуға тапшырыу ваҡиғаға әйләнәсәк”. – Ради...
“Матлицейҙа элита әҙерләйәсәкбеҙ. Уны файҙаланыуға тапшырыу ваҡиғаға әйләнәсәк”. – Радий Хәбиров. Математикала көслө балалар! Һеҙҙең өсөн төҙөлә был шәп лицей-интернат. Бәшир Рәмиев исемендәге республика математика лицей-интернатында 6–11-се синыфтарҙа 360 бала уҡыясаҡ. Бөтә республиканан иң һәләтлеләрҙе йыясаҡтар. Өфөлә йәшәмәгәндәр өсөн 250 урынлыҡ интернат һалына. Һайлап алыу өс турҙан торасаҡ һәм “РМЛИ-ға юл” тигән махсус олимпиада рәүешендә барасаҡ. Онлайн турҙар өсөн платформа булдырыла. Ә һуңғы тур киләһе йылдың йәйендә лагерь рәүешендә үтәсәк. Беренсе тур тиҙҙән – 2026 йылдың 1 октябрендә – башлана. https://amanat.su/news/novosti/2026-09-21/matlitsey-a-elita-erl-y-s-kbe-ti-radiy-h-birov-4821643 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb