МИНЕҢ УҠЫТЫУСЫМ конкурсына vk.ru/wall-41010454_70403
МИНЕҢ УҠЫТЫУСЫМ конкурсына vk.ru/wall-41010454_70403 Был фотоһүрәттә – мин, КӘЙЕКБИРҘИН Ирхан, һәм минең тәүге уҡытыусым Хәмитова Миләүшә Ишбулды ҡыҙы. Уҡытыусым – белем донъяһына юл асыусым – беҙҙе яңы үрҙәргә етәкләп алып менәсәк. Үҙенең бар һөйөүен, күңелен һалып, уҡыусыларын тәрбиәләйәсәк. Беҙҙе хәрефтәр һәм һандар менән таныштырып, киләсәктә төрлө профессия кешеләре, илһөйәрҙәр итеп үҫтерәсәк. Шуға ла мин йәй буйы мәктәпкә барыр көндәремде түҙемһеҙләнеп көттөм. Һәм бына "нәкәнис" килеп тә етте ул көн. Мин Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейына уҡырға килдем. Бында ике ағайым уҡый. Ҡустым да дүрт йылдан бында килер тип ышанам. Конкурсҡа һылтанма: vk.ru/wall-41010454_70403 🔹“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb