МИНЕҢ УҠЫТЫУСЫМ
МИНЕҢ УҠЫТЫУСЫМ Мин, Бөрйән районы Байназар урта мәктәбенең 7-се “А” синыфы уҡыусыһы Диана ТЕЛӘҮСИНА, яратҡан уҡытыусым Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова менән. Синыф етәксем Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова – минең хөрмәтле уҡытыусым. Рәсимә Рауил ҡыҙы беҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Ул дәрестәрҙә белем генә биреп ҡалмай, тормошта дөрөҫ юл табырға, намыҫлы, кешелекле булырға өйрәтә. Һәр дәресте мауыҡтырғыс итеп үткәреп, уҡыусыларҙа туған телгә һөйөү уятып, беҙҙе серле белем донъяһына әйҙәй ул. Беҙҙе уҡытыуға күп көс һалған, күңел йылыһын биргән уҡытыусыма оло рәхмәтемде белдерәм. Конкурсҡа һылтанма: vk.ru/wall-41010454_70403 🔹“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb