МИНЕҢ УҠЫТЫУСЫМ
МИНЕҢ УҠЫТЫУСЫМ Уҡытыусы – ул беҙҙең икенсе әсәй тиһәң дә була. Ул беҙҙе яҙырға, уҡырға өйрәтә, матур кәңәштәр бирә. Минеңсә, уҡытыусы булып эшләү бик еңелдән түгел, сөнки улар балаларға үҙҙәренең булған белемен ,бөтә күңелен бирә. Тағы ла, улар беҙҙе киләсәктә яҡшы кеше булырға, тормошта үҙ урыныңды табырға ярҙам итә. Мин, САБАНБАЕВА Амалия, Өфө ҡалаһының Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында 4-се “А” синыфында уҡыйым. Мин уҡытыусым Хисаева Гөлнара Радик ҡыҙы тураһында яҙғым килә. Ул бик ҡыҙыҡлы итеп дәрестәр алып бара, аңлата. Шуға ла мин көн һайын мәктәпкә йөрөгөм килеп кенә тора һәм тик “5-ле” билдәләренә генә уҡырға тырышам. Беҙ көн һайын яңы темалар үтәбеҙ, мәғлүмәттәр алабыҙ, ул беҙгә төрлө саралар ойоштора. Көн һайын иртәнсәк яҡты йөҙө менән беҙҙе мәктәптә ҡаршы ала. Шундай уҡытыусы беҙҙең синыф етәксеһе булғаны өсөн мин бик шатмын. Уҡытыусыма алдағы тормошонда уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем. Конкурсҡа һылтанма: vk.ru/wall-41010454_70403 🔹“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb