МИНЕҢ УҠЫТЫУСЫМ
МИНЕҢ УҠЫТЫУСЫМ Мин – ЛАТЫПОВ Ансар, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының 2-се «Б» синыфы уҡыусыһы. Минең уҡытыусым — Нуриева Рузана Фәнил ҡыҙы. Дәрестәрҙә ул беҙгә тәрән белемдәр бирә. Уҡытыусымдың һәр дәресе ҡыҙыҡлы, өйрәтеү алымдары яңынан-яңы. Ул беҙҙе донъяны аңларға, үҙебеҙҙе һәм башҡаларҙы хөрмәт итергә лә өйрәтә. Ул, һәр уҡыусының һәләтен күреп, уны үҫтерергә тырыша. Ихласлығы, хәстәрлеклеге һәм ҡыйыулығы менән ярҙам итә. Рузана Фәнил ҡыҙының сабырлығы һәм аҡыллы кәңәштәре беҙҙең күңелде үҫтерә, кл беҙгә һәр ваҡыт ихлас хуплауын белдерә, шуға беҙ үҙ көсөбөҙгә ышанабыҙ. Минең уҡытыусым — үҙенсәлекле һәм илһамландырыусы шәхес, шуның өсөн мин уны бик яратам. Конкурсҡа һылтанма: vk.ru/wall-41010454_70403 🔹“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb