МИНЕҢ УҠЫТЫУСЫМ
МИНЕҢ УҠЫТЫУСЫМ Мин, Айназ ВӘЛИТОВ, – Ауырғазы районының Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусыһы. Синыфыбыҙ етәксеһе Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы Сатлыҡова дүртенсе йыл беҙгә белем серҙәрен өйрәтә. Уҡытыусыбыҙ бик ғәҙел, талапсан, үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай. Һәр дәресте ҡыҙыҡлы итеп алып бара, һәр теманы ентекле итеп төшөндөрә белә ул. Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы ҡулы аҫтында беҙ аҙаҡҡы йыл уҡыйыбыҙ, шуға бик моңһоу булып тора. Мин уҡытыусыма эшендә уңыштар, иҫәнлек, оҙон ғүмер теләйем. Конкурсҡа һылтанма: vk.ru/wall-41010454_70403 🔹“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb