ТАРИХ — 3 октября 2026 г. в 09:09:42.403
ТАРИХ Беҙҙең эраның беренсе меңйыллығында Алтай менән Арал һәм Ҡара диңгеҙҙәр араһы дөрләп янған диңгеҙ кеүек була: ▪️бөйөк төрки ҡағанаттары тыуа һәм һәләк була, ▪️этносәйәси союздар бер-берен алмаштыра, ▪️хакимлыҡ өсөн туҡтауһыҙ көрәш бара. 🔺Был тетрәнеүҙәр тарихҡа Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе тигән атама менән инә. Ошо дәүерҙә Евразияның этносәйәси картаһы тулыһынса үҙгәрә һәм күп кенә хәҙерге этностар формалаша башлай. 🔺Көньяҡ Уралда йәшәгән башҡорттар ғына изге төйәген һаҡлап ҡала ала. Дауамы – сайтыбыҙҙа: https://amanat.su/news/novosti/2026-10-03/berense-me-yylly-ty-tetr-ne-r-osoronda-bash-orttar-tarihy-4834345