Халыҡ-ара ололар көнөндә Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының ...
Халыҡ-ара ололар көнөндә Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 8-се синыф уҡыусылары һәм “Беренселәр хәрәкәте” ирекмәндәре өлкәндәргә үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән. Балалар бүләктәрен Красноусол сауҙа үҙәктәрендә тапшырҙы. Оло быуын вәкилдәре уларҙы арҡаларынан яратып, изге теләктәр теләп ҡалды. Райондың "Табын" гәзите хеҙмәткәрҙәре был күренештең шаһиты ғына булып ҡалманы, коллективтағы иң өлкән, абруйлы кеше – Мәрхәбә Мырҙаян ҡыҙы Собханғоловаға ла ошо бүләкте тапшырҙы. Матур бүләк әҙерләгән, шәп кәйеф таратҡан гимназия уҡыусыларына барыһы ла рәхмәт еткерә! “Табын” гәзитенән. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb