Бәшир Рәмиев исемендәге Республика математика лицей-интернатына уҡыусылар һайлап алыуҙы...
Бәшир Рәмиев исемендәге Республика математика лицей-интернатына уҡыусылар һайлап алыуҙың 1-се этабы бара. “РМЛИ-ға юл” 1 октябрҙә “Сириус.Курсы” платформаһында башланды https://amanat.su/news/novosti/2026-10-02/bulasa-respublika-matematika-litsey-internatyna-abul-ite-ynau-ary-bashlana-4833265 19 октябргә тиклем ошо платформала теркәлеү үтергә кәрәк. Артабан. 1-се дистанцион этаптың синыфтар буйлап графигы: 🔺2026 йылдың 19–20 октябре — 5-се синыфтар (буласаҡ 6-сы синыфҡа), 🔺2026 йылдың 20–21 октябре — 6-сы синыфтар (буласаҡ 7-се синыфҡа), 🔺2026 йылдың 21–22 октябре — 7-се синыфтар (буласаҡ 8-се синыфҡа), 🔺2026 йылдың 22–23 октябре — 9-сы синыфтар (буласаҡ 10-сы синыфҡа). Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.