БӨГӨН – УҠЫТЫУСЫЛАР КӨНӨ!💐
БӨГӨН – УҠЫТЫУСЫЛАР КӨНӨ!💐 Байрам менән, хөрмәтле уҡытыусылар! Уҡытыусылар һәр кемдең тормошонда бик ҙур урын биләй. Уҡытыусы – ул дәрестәр ҙә өйгә эштәр генә түгел, ә ваҡытында әйтелгән һүҙе менән тормошто дөрөҫ тарафҡа йүнәлтеүсе лә. Уҡытыусы – ул әленән-әле тыуып торған көсөргәнешле мәлдәрҙә бөткөһөҙ түҙемлек, сабырлыҡ. Уҡытыусы – ул өмөтһөҙ тигән балала ла өмөтләндергес сатҡыны күреүсе. Ҡәҙерле уҡытыусылар! Белем биреүсе, кәңәшсе, таяныс булыусы, ҡайһы берҙә йыуатыусы, күңелде үҫтереүсе, көс биреүсе, үҙ-үҙеңә ышаныс тыуҙырыусы булғанығыҙ өсөн уҡыусыларығыҙ рәхмәт әйтә. Әйтмәгәне лә күңелендә йылы тойғолар һаҡлайҙыр, моғайын. Был көндө һеҙгә барса халыҡ бәхет-шатлыҡтар, һаулыҡ, бәхет теләй. Эшегеҙҙә илһам уты һүнмәһен, арыу-талыуҙарығыҙ әҙерәк булһын, һәр дәресегеҙ балаларға ла, үҙегеҙгә лә яңы асыштар һәм шатлыҡтар килтерһен.❤❤️❤️ Фото: Magnific