СӘНҒӘТ
СӘНҒӘТ Сабина Күсәева – "Каспий – дуҫлыҡ диңгеҙе" халыҡ-ара фестиваль-конкурсы призеры "Каспий – дуҫлыҡ диңгеҙе" халыҡ-ара эстрада вокалы фестиваль-конкурсы Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында үткән. Унда Рәсәй исеменән Башҡортостандың HAZINA этно-төркөмө солисы Сабина Күсәева ҡатнашҡан. Сабина “Ерем” тигән композицияны һәм бик ҡатмарлы блюзды башҡарған. Ҡаҙағстан, Рәсәй, Азербайжан, Төркмәнстан һәм Иран йырсылары ҡатнашлығында үткән был ярышта Сабина Күсәева өсөнсө урын алған. Конкурс жюрийында иһә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы йырсы Әлфиә Кәримова эшләгән. Йыр – vk.музыкала: https://vk.ru/music/album/-2000398772_25398772_f5b40a4f601e4ca7e2 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb