1 сентябрҙән Башҡортостанда ҡала яны поездарына билетҡа 50 процентлы ташлама эшләй башл...
1 сентябрҙән Башҡортостанда ҡала яны поездарына билетҡа 50 процентлы ташлама эшләй башлай. Ул 7 йәштән өлкән уҡыусыларға, юғары уҡыу йорттарының һәм урта һөнәри уҡыу йорттарының көндөҙгө бүлегендә уҡыған студенттарға ҡағыла. 🔺Билет алғанда мәктәптән справка (һәр уҡыу йылында яңыһы алына) йә студент билетын күрһәтергә кәрәк. 🔺Электричкаға билетты“РЖД Пассажирам” ҡушымтаһы аша алған осраҡта унда льготалы профилде теркәргә кәрәк. Теркәлгәндән һуң бер тәүлектән ташламалы билетты алып буласаҡ. 🔺Льгота уҡыу йылы башынан 15 июнгә тиклем ғәмәлдә була. Фото: Валерий Шахов / Башинформ архивы. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb