Башҡортостан Хореография сәнғәте эшмәкәрҙәре союзы Өфөлә “Берҙәмлек бейеүе” тигән флеш...
Башҡортостан Хореография сәнғәте эшмәкәрҙәре союзы Өфөлә “Берҙәмлек бейеүе” тигән флешмоб иғлан итә. Сара Халыҡтар беҙәмлеге йылына арнала. Ул 11 сентябрҙә Милли кейем көнөндә 12 сәғәттә “Ватан” этнопаркы майҙансығында үтәсәк. Флешмобҡа һәүәҫкәр бейеү коллективтарын саҡыралар. Тик һәр кемдең Рәсәй халыҡтары милли кейемендә булыуы шарт. Йәш буйынса сикләү юҡ. Фото: Хәйҙәр Һибәтов / Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең матбуғат хеҙмәте. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb