Башҡортостан уҡыусылары Мәскәүҙә Балалар мәҙәни форумында ҡатнашты. Халыҡ-ара форум Рәс...
Башҡортостан уҡыусылары Мәскәүҙә Балалар мәҙәни форумында ҡатнашты. Халыҡ-ара форум Рәсәйҙең 89 төбәгенән һәм донъяның 17 иленән килгән 2 меңләп баланы йыйҙы. Башҡортостан делегацияһы 12 уҡыусынан тороп, улар төрлө мәҙәниәт ойошмаһынан вәкил булды. Ике көн эсендә беҙҙең балалар форумдың бөтә номинацияһы сараларында ҡатнашты. Айтуған Ишемғужин менән Индира Теүәлбаева – балалар инициативалары конкурсында, шулай уҡ Дарья Семибртаченок һәм Альбина Хәйруллина менән бергә китап клубында ҡатнашты. Бынан тыш Дарья менән Альбина “Арт-объект”та уңышлы сығыш яһаны. Рената Мырҙагилдина менән Айгөл Фәхруллина “Еңмәгән осраҡта ла нисек итеп еңелмәҫкә” тигән лекцияға, Айгөл Николай Агутин академияһының “Яңы быуын музыкаһы” программаһына барҙы. Арина Орловская менән Зарина Саркисян “Ғаилә, дуҫлыҡ һәм булышлыҡ итеү. Цирк сәнғәтенең берләштереү көсө” диалогында ҡатнашты. Евгения Булкина менән Алиса Лопанова “Ритм һәм драйв” оҫталыҡ дәресендә бейеүҙең яңы техникаларын үҙләштерҙе. Фото: БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Тулыраҡ – сайтта: https://amanat.su/news/novosti/2026-08-31/bash-ortostan-u-yusylary-m-sk-balalar-m-ni-forumynda-atnashty-4797373 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb