23–27 августа Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһында Youth Physics Battles (YPhB) халыҡ-ара турн...
23–27 августа Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһында Youth Physics Battles (YPhB) халыҡ-ара турниры үткән. Был турнирҙа уҡыусылар физика, математика, химия һәм информатика буйынса фәнни дебаттар форматында ярыша. Рәсәй командаһында Өфөнән Андрей Камский менән Богдан Середа ла була. Андрей – Советтар Союзы Геройы Матвей Пинский исемендәге 83-сө инженерлыҡ лицейы, ә Богдан – 161-се лицей уҡыусыһы. Кесе лигалағы физика ярыштарында улар, бөтә этаптарҙа ла беренсе урынды яулап, турнирҙың абсолют еңеүсеһе булып сыға. Тулыраҡ – сайтта: https://amanat.su/news/novosti/2026-08-31/f-u-yusylary-haly-ara-f-nni-alyshta-absolyut-e-e-se-bul-an-4797348 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb