Бөгөн Башҡортостанда Ҡурай көнө билдәләнә. Был байрам ике йыл элек барлыҡҡа килде – рес...
Бөгөн Башҡортостанда Ҡурай көнө билдәләнә. Был байрам ике йыл элек барлыҡҡа килде – республика Башлығы указы менән 10 октябрь Ҡурай көнө тип иғлан ителде. 2024 йылда ойошторолған Дәүләт ҡурайсылар ансамбле республикабыҙҙың ҡурай сәнғәтен яңы профессиональ бейеклеккә күтәрә. Ансамблгә Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Азат Айытҡолов етәкселек итә. Бөгөн ҡурай тартып өйрәнергә теләгән балаларға түңәрәктәр, музыка мәктәптәре эшләй. Балаларҙың ҡурай коллективтары бар. Иң билдәлеләренең береһе – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатының Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле. Ул III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында Башҡортостан исеменән сығыш яһаны. Фото: Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте / Башинформ; Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының 1-се синыф уҡыусылары Йәғәфәрова Илзида менән Зигитбаев Данирҙың Ҡурай көнөнә фотоһүрәттәре. Һүрәт: ҡурай һүрәтен ошо уҡ синыфтан Вәлитов Ислам төшөргән. Тулыраҡ – сайтта: https://amanat.su/news/novosti/2026-10-10/bash-ortostanda-b-g-n-uray-k-n-bild-l-n-4841250