Бөгөн Өфө ҡалаһының Совет майҙанында Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Ш...
Бөгөн Өфө ҡалаһының Совет майҙанында Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге синыф уҡыусыларын шайморатовсыларға бағышлау тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм Республика көнө, шулай уҡ балаларҙы шайморатовсыларға бағышлау тантанаһы айҡанлы барһын да байрам менән ҡотланы. Бөтә йыйылыусылар алдына сығып, Шайморатовсы антын әйтеү хөрмәте Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернатының 7 –се “Г” синыфы уҡыусыһы Садиҡов Ҡадирға бирелде. Тантанала Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 24 синыфтан 550 уҡыусы шайморатовсылар сафына ҡабул ителде. Тулыраҡ – сайтта: https://amanat.su/news/novosti/2026-10-09/f-l-shaymoratovsylar-a-ba-yshlau-tantana-y-buldy-4840359