Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры "Аҡбуҙат" башҡорт риүәйәте буйынса театраль йәнһүрәт – му...
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры "Аҡбуҙат" башҡорт риүәйәте буйынса театраль йәнһүрәт – мультимедиялы перфоманс ҡуя. Премьераны 15 октябргә тәғәйенләгәндәр. Тамашаның сценарийын Ғәзим Шафиҡов пьесаһы буйынса Владимир Аношкин яҙған. Ҡуйыусы режиссеры – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Шәрәфетдинова. Компьютер графикаһын «ART‑Media» студияһы эшләгән. Проект "Халыҡ-ара мәҙәни үҙәктәр" федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb