Өфөлә йәшәгән бер уҡыусы ҡыҙ балалар поликлиникаһына бара. Табиптан сыҡһа, коридорҙа э...
Өфөлә йәшәгән бер уҡыусы ҡыҙ балалар поликлиникаһына бара. Табиптан сыҡһа, коридорҙа эскәмйәлә ҡалдырған сумкаһы юҡ. Ә сумкала – бөтә донъяһы: смартфон, ҡолаҡсын, зарядлағыс һәм документтары! Кис атаһы 8-се полиция участкаһына мөрәжәғәт итә. Енәйәтселәрҙе эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре бурҙы тиҙ таба. Ул закон боҙоуҙа “тәжрибәле” 48 йәшлек бер ҡатын була. Енәйәтсенең өйөнә барып, урландыҡты алалар һәм хужабикәгә ҡайтаралар. Уғрыға ҡарата енәйәт эше асыла. “Урлаған бер ғәйепле, урлатҡан мең ғәйепле” тиме әле халыҡ мәҡәле? Мөһим әйберҙәрең һалынған сумканы коридорҙа ҡарауһыҙ ҡалдыралармы ни? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә йәмғиәтебеҙ камиллыҡтан бик алыҫ. Ауыр хәлдәргә ҡалмау өсөн йыйнаҡ, әйберҙәрегеҙ өсөн яуаплы булып өйрәнегеҙ, балалар! Фото: Ксения Калинина / Башинформ.