“Китап” нәшриәте “Ағиҙел” предприятиеһының бүлек начальнигы, техник фәндәр кандидаты Ай...
“Китап” нәшриәте “Ағиҙел” предприятиеһының бүлек начальнигы, техник фәндәр кандидаты Айгөл Камалиеваның “О чем звенят подвески” тигән китабы сыҡҡан. Китап: 💎башҡорттарҙың баш һәм түш биҙәүестәре тураһында һөйләй, уларҙың тарихы менән таныштыра; 💎“Урал батыр” ҡобайыры һәм мифология менән бәйле биҙәүестәрҙең мәғәнәһен аңлата; 💎биҙәүестәрҙең өлгөләрен, фоторәсемдәрен, һүрәтләүҙәрен бирә; 💎башҡорт зәргәрселеген тергеҙеүсе әлеге осор оҫталары менән таныштыра. Фото: БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының матбуғат хеҙмәте / МАКС.