БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин республика Хөкүмәтенең 13 октябрҙәге оператив кә...
БР мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин республика Хөкүмәтенең 13 октябрҙәге оператив кәңәшмәһендә быйылғы колледждарға ҡабул итеү кампанияһы тураһында һөйләгән. ▪️Башҡортостанда 90 колледж һәм 43 колледж филиалы, 5 дәүләт вузы эшләй. ▪️45 профессия һәм 119 специальносҡа студенттар ҡабул ителгән. ▪️Колледждарҙа әле 35 286 кеше уҡый, уларҙың 23 614-е – бюджетта, 11 672-һе – түләүлелә. ▪️Колледждарға инергә килгән абитуриенттар араһында иң популяр йүнәлештәр: ИТ, машиналар эшләү, энергетика, хеҙмәтләндереү өлкәһе. Шулай уҡ нефть-газ һәм химия сәнәғәте, мәғлүмәт, медицина, хоҡуҡ, беле биреү йүнәлештәре лә популяр булған. ▪️Бөтәһе 40 585 абитуриент 165 меңләп ғариза биргән, йәғни күптәре бер нисә уҡыу йортона документын ебәргән. Абитуриенттарҙың 89 проценты Башҡортостандыҡылар – 36 меңләп кеше, илдең башҡа субъекттарынан 4,5 мең (11%) булған. ▪️Башҡортостан колледждарына илдең 77 төбәгенән документтар тапшырғандар. Иң күбе Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Татарстандан, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономиялы округтарынан килгән. ▪️Әлеге ваҡытта 12 колледжда вакант урындар бар. Ҡабул итеү кампанияһы 25 ноябргә тиклем бара, йәғни 9-сыны тамамлап, сентябрҙә төп дәүләт имтиханы (ОГЭ) тапшырған үҫмерҙәр колледждарға инә ала. Фото: БР Хөкүмәт кәңәшмәһенең RUTUBE видеоһынан скриншот / Башинформ. https://amanat.su/news/novosti/2026-10-15/bash-ortostan-kolledzhdaryna-35-me-l-p-bala-abul-itelg-n-4845316 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb