Яңы сим-карта алһаң, иҫкеһен сүп биҙрәһенә ырғытырға ашыҡма. Уны телефондан сығарып алы...
Яңы сим-карта алһаң, иҫкеһен сүп биҙрәһенә ырғытырға ашыҡма. Уны телефондан сығарып алыу һәм түләүҙе туҡтатыу менән “номер хәҙер минеке түгел” була алмай. Түләмәгән осраҡта ла номер бер нисә ай буйы һинеке һанала. Тейешле мөҙҙәте (йәғни срогы) үткәс, номерҙы икенсе абонентҡа бирәләр. Симканы ташлар алдынан мобиль операторҙың рәсми офисына барып, йә булмаһа ҡушымтала йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталында оператор менән договорҙы өҙөргә кәрәк. Шул сағында ғына номер һинеке булыуҙан туҡтай һәм был симка аша ҡылынған эштәр өсөн яуаплылыҡ та һинең өҫтөңдән төшә. Тулыраҡ – бында: https://amanat.su/news/novosti/2026-10-15/i-ke-sim-karta-dy-tashlar-a-ashy-ma-4845227