Өфөләге мөһабәт төҙөлөш барышы тураһында Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә былай...
Өфөләге мөһабәт төҙөлөш барышы тураһында Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә былай тип яҙған: «Беҙҙең Вуз-ара студенттар кампусы тураһында тағы бер нисә һүҙ – ышанам, ул илдә иң яҡшыларҙың береһе. Беҙҙең төҙөлөш балалар өсөн ҙур ятаҡ ҡына түгел. Беҙ ысын мәғәнәһендә уңайлы, заманса мөхит хасил итәбеҙ, ул беҙҙең йәштәрҙең бөтә ихтыяждарына яуап бирәсәк. Бында студенттар уҡыясаҡ, фән, спорт, ижад менән шөғөлләнәсәк, ял итәсәк, ғөмүмән, ваҡытын һәйбәт үткәрәсәк. Был – беҙҙең республикала быға тиклем булмағанса уникаль проект, һәм уны тормошҡа ашыра алғаныбыҙға шатбыҙ. Булышлыҡ иткәне өсөн Президентыбыҙ Владимир Путинға рәхмәт», — тип яҙған Радий Хәбиров. Видео: Радий Хәбиров / МАКС.