“Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының “КӘСЕП” тигән программаһы “ТЭФИ-KIDS” – 2026...
“Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының “КӘСЕП” тигән программаһы “ТЭФИ-KIDS” – 2026 премияһының финалына сыҡҡан. Беҙҙең программаның көнәркәштәре – “Карусель”дән “Навигатор” менән Симферополдең “Первый Крымский” каналының “Вот это новости” программаһы. “КӘСЕП” программаһы уникаль оҫталар, халыҡ кәсептәре һәм шөғөлдәре тураһында һөйләй. Конкурсҡа легендар Ейәнсура шәлдәре тураһындағы тапшырыу ебәрелгән. Тапшырыуҙы Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында төшөргәндәр. Ошо ауыл кешеләре Эльвира менән Шакир Зианбирҙиндар кәзә аҫрау тураһында һөйләгән, “Йырау” фольклор ансамбленән оҫта ҡулдар шәл бәйләүҙең бөтә барышын күрһәткән. “Режиссер Адель Һөнәрғолова, сценарий авторы һәм мөхәррир Зөлфиә Даянова, рәссам Айгөл Бикбаева сағыу, ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле программа эшләй алған. Йәш алып барыусы Нияз Яҡупов “Ейәнсура алтынын” табыуҙың бөтә юлын лайыҡлы үтте”, – ти “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. Фото: “Тамыр” телеканалы / Башинформ. Ентеклерәк – сайтыбыҙҙа: https://amanat.su/news/novosti/2026-10-17/tamyr-y-k-sebe-abruyly-premiyany-finalyna-sy-an-4847202