Мәскәүҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй беренселегендә беҙҙең спортсы Азали...
Мәскәүҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй беренселегендә беҙҙең спортсы Азалия Әминева чемпионлыҡ яулаған! Азалия Әминева 66 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә Краснодар крайынан Анастасия Мамайҙы еңгән. Яҡташыбыҙ хәҙер – дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионкаһы. Башҡортостандан Юлия Чумгалакова шулай уҡ алтын миҙал яулаған. Юлия 48 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә етенсе тапҡыр Рәсәй чемпионы булды! Фото: Андрей Назаров / социаль селтәрҙәр. https://amanat.su/news/sport/2026-10-27/bash-ortostan-y-ary-boks-yaryshynda-r-s-y-chempiondary-bul-an-4856339