Беҙҙең Түбә мәктәбенең Беренселәр Хәрәкәте ауылда стела асыу тантанаһында ҡатнашты. Сте...
Беҙҙең Түбә мәктәбенең Беренселәр Хәрәкәте ауылда стела асыу тантанаһында ҡатнашты. Стела махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға арнала. 🛑Тантаналы сарала беҙҙең Беренселәр тарих һәм ғорурлыҡ менән осрашты. Уларҙа илгә һөйөү тойғоһо нығынғандыр, тыуған ер өсөн яуаплылыҡ хисе көсәйгәндер тип ышанып ҡалам. Сара барышында мәктәбебеҙҙең уҡыусылары почетлы ҡарауылда торҙо. Афарин егеттәребеҙгә! Гөлдәр ХАЛФИНА, Баймаҡ районы Түбә мәктәбенең синыф етәксеһе. https://amanat.su/news/novosti/2026-10-27/t-b-m-kt-be-u-yusylary-stela-asyu-a-atnashty-4856255