Тимер Йосопов исемендәге республика лицей-интернатының 9-сы "Б" синыфы уҡыусыһы Рушана ...
Тимер Йосопов исемендәге республика лицей-интернатының 9-сы "Б" синыфы уҡыусыһы Рушана ҒИЛМАНОВА олатаһы менән өләсәһенә бағышлап шиғыр яҙған: Олатайым, өләсәйем, Яратабыҙ беҙ һеҙҙе. Йөрәк йылыһын биреп, Үҫтерәһегеҙ беҙҙе. Шундай рәхәт, иркәләнеп, Үҫеү ҡосағығыҙҙа. Ялҡындары дөрләп яна Ғаилә усағыбыҙҙа. Һеҙгә Хоҙай ғүмер бирһен, Ап-аҡ бәхет юлдары. Яҡты хәтирәләр булыр Бала саҡтың йылдары. Фото: ҒИЛМАНОВА Рушана.