Фотоңды яһалма аңдан матурлаттырыу психиканы боҙа, ти белгестәр. Матурлатырған, гламур...
Фотоңды яһалма аңдан матурлаттырыу психиканы боҙа, ти белгестәр. Матурлатырған, гламурлаштырылған фотоһына ҡарай торғас, кеше уны ысын итеп күрә башлай. Нисек тә шуға яраҡлы булырға тырыша. 🏃 Юҡ артынан ҡыуа бит! Ысынбарлыҡ менән камил идеал араһындағы упҡын аша барыбер үтә алмай . 😭 Ул төшөнкөлөккә бата, үҙенән ҡәнәғәт була белмәй. 🙏 Йәшәп ятҡанына, иҫән-һау булғанына, уҡыуы, эштәре һәүетемсә алға китеп барғанына шөкөр итергә онота. 🤷♂️ Сиргә һабышмаһаң да һабышырһың... Һүрәт: нейроселтәр генерацияһы / Башинформ архивы.