📢 Ишетмәй-белмәй ҡалмағыҙ!
📢 Ишетмәй-белмәй ҡалмағыҙ! Төҙөлөп ятҡан Республика математика лицей-интернатына инергә теләгән, әммә “РМЛИ-ға юл” республика олимпиадаһына теркәлеп өлгөрмәгән уҡыусылар өсөн өҫтәмә ваҡыт иғлан ителгән. Уҡыусылар һәм ата-әсәләрҙең үтенесе буйынса РМЛИ-ға инеү мөмкинлеге тағы бер тапҡыр бирелә. Теркәлеү өсөн өҫтәмә ваҡыт 5–7 НОЯБРГӘ тәғәйенләнгән. Теркәлеү өсөн һылтанма: https://my.sirius.online/activity-page/olymp:bashortostan-way-rmli-2026 Яңы теркәлгәндәр өсөн өҫтәмә ДИСТАНЦИЯЛЫ ЭТАП графигы: 10 ноябрь – 5-се синыф 11 ноябрь – 6-сы синыф 12 нобярь – 7-се синыф 13 ноябрь – 9-сы синыф. Был – Бәшир Рәмиев исемендәге РМЛИ-ға инеү өсөн беренсе аҙым.