РӘШИТ НАЗАРОВТЫҢ 16 ЙӘШЕНДӘ ЯҘҒАН БЕР ШИҒЫРЫ:
РӘШИТ НАЗАРОВТЫҢ 16 ЙӘШЕНДӘ ЯҘҒАН БЕР ШИҒЫРЫ: ЯМҒЫР Болоттар көн оҙон күк йөҙөн Болартып, ҡаралтып торҙолар Һәм шунан ямғырҙы туҡтауһыҙ Силәкләп ҡойҙолар, ҡойҙолар... Әсәйем урамға аяҡ та Баҫмаҫҡа бик ҡаты киҫәтте. Үкһенем: ох, ямғыр, ох, яуыз, Киҫтең бит бар булған иҫәпте!.. Ә иртән бар донъя йәнләнгән: Үләндәр йәшәргән, йәмләнгән, Ужымдар ҡояшҡа үрелгән, Баҡсала сәскәләр күренгән! Көлдөм дә, балаҡты һыҙғанып, Йүгерҙем, уйнаным оҙаҡлап. Болондоң хуш еҫен еҫкәнем, Сәскәләр йыйнаным ҡосаҡлап. Ололар һөйләне кис менән Ямғыр бик файҙалы булыуын, Тупраҡта дым торһа һығылып, Игендәр ишелеп уңыуын. Ох, шул саҡ үҙемде тиргәнем Ямғырҙы кисә кис һүккәнгә. Тормош бит йәмләнгән, ямғырҙы Болоттар силәкләп түккәнгә. Юҡ, бынан ары һис мин уны Әрләмәм боҙа тип бар йәмде. О, ул бит килә тик ҡотларға Түрҙәргә атлаусы байрамды. Фото: muhammad.abdullah - Magnific