Перейти к содержимому
Максиметер

Бөгөн, 1 ноябрь – күренекле башҡорт шағиры республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дә...

Бөгөн, 1 ноябрь – күренекле башҡорт шағиры республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Ауырғазы районының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты Рәшит Сәйетбаттал улы Назаровтың тыуған көнө. Рәшит Назаровтың шиғырҙары ғәжәп тәрәнлек һәм ихласлыҡ менән һуғарылған. Уның ижады Башҡортостан уҡыу йорттары программаларына индерелгән, әҫәрҙәре төрлө телдәргә тәржемә ителгән. «Йөрәк» тигән билдәле шиғыры 45 телдә яңғырай.   Ошо уңайҙан Рашит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһында "Рәшит Назаров уҡыуҙары" шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Иң йәш ҡатнашыусылар — 1-се синыф уҡыусылары — көтөлмәгәнсә ышаныслы һәм хисле итеп сығыш яһаны.    Юғарыраҡ синыф уҡыусылары шиғырҙарҙы айырыуса илһамланып һөйләне. Назаров лирикаһына хас булған үҙенсәлекле ихласлыҡты тыңлаусыларға еткерергә тырыштылар.   Розалия ЙӘЛИЛОВА, "Нәфис һүҙ оҫтаһы" ижади берләшмәһе етәксеһе, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы.   Тулыраҡ – сайтыбыҙҙа: https://amanat.su/news/novosti/2026-11-01/1-noyabr-sha-ir-r-shit-nazarovty-tyu-an-k-n-n-bild-l-nek-4861808

23 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

183 подписчиков · Лайфстайл

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Лайфстайл»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.