Баймаҡ районында үткән “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы тураһында район хакимиәте башлығы Азама...
Баймаҡ районында үткән “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы тураһында район хакимиәте башлығы Азамат ИДРИСОВ үҙенең ВК сәхифәһендә пост ҡуйған. Унда былай тиелә: «Тәңкәле ҡыҙ» конкурсы йылдан- йыл Баймаҡ районының мәҙәниәтен сағылдырған визит картаһына әүерелә бара. Был йәш һәм дәртле ҡыҙҙар өсөн ойошторолған бәйге легендар яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованың 7 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығы донъя күреүенә арналды. Быйыл конкурс төбәк-ара кимәлгә сыҡты һәм унда беҙҙең райондан ғына түгел, Сибай ҡалаһынан, Бөрйән, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарынан да ҡыҙҙар ҡатнашты. Иң мөһиме – йолаларыбыҙҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлау. Яҙыусыларыбыҙҙың ижады һәм матур милли кейемдәр аша ҡыҙҙар үҙ тарихын, телен һәм мәҙәниәтен яҡшыраҡ өйрәнә. Шулай уҡ проект Урал аръяғы райондарына аралашып, ижад менән уртаҡлашыуға булышлыҡ итә. Беҙҙең ҡыҙҙар йәнә бер тапҡыр үҙҙәренең аҡыллы, талантлы һәм һәләтле булыуын иҫбатланы. Еңеүсе тип 1-се Этҡол ауылынан Гөлдәр Азаматова танылды. Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ҡотлайым! Артабан да үҙ юлығыҙҙы дауам итегеҙ, яңы ҡаҙаныштарға ынтылығыҙ һәм башҡаларҙы рухландырып тороғоҙ. Хөрмәтле Таңсулпан Хизбулла ҡыҙына һәм бөтә ҡунаҡтарға районыбыҙға бүлгән иғтибары һәм ярҙамы өсөн, шулай уҡ ошо конкурсты юғары кимәлдә ойошторған Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһына оло рәхмәтемде белдерәм».