4 НОЯБРЬ – ХАЛЫҠТАР БЕРҘӘМЛЕГЕ КӨНӨ
4 НОЯБРЬ – ХАЛЫҠТАР БЕРҘӘМЛЕГЕ КӨНӨ 4 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә, Башҡортостанда туристик походтар ойошторола. «Асыштар заманы» проекты тормошҡа ашырған был сараларҙы Беренселәр Хәрәкәте менән Росмолодёждың «Сәйәхәт кенә түгел» программаһы үткәрешә. Проекттың маҡсаттары изге – балалар һәм йәштәр араһында: походтарға йөрөүҙе популярлаштырыу, туризм мәҙәниәтен үҫтереү, тыуған яҡ тарихы, мәҙәниәте һәм тәбиғәте менән танышыу аша илһөйәрлек тәрбиәләү. Ҡатнашыусыларҙың әҙерлеген һәм йәшен иҫәпкә алып, ошондай сәйәхәттәр ойошторола: 4– 6 км араға 2–4 сәғәтлек походтар, 6 км-нан ашыу араға бер көнлөк походтар (4–8 сәғәт). Походтарҙа ҡулын кеҫәгә тығып ҡына йөрөүселәр булмаҫ, сөнки сәфәрҙә балалар, йәштәр өсөн төрлө шөғөлдәр планлаштырыла: палатка ҡуйырға, төйөндәр яһарға, усаҡ яғырға өйрәнеү, бер-берең менән танышыу уйындары, эстафеталар, ҡаршылыҡлы һыҙаттарҙы үтеү; этнографик мини-экспедициялар – тыуған яҡ халыҡтарының ауыҙ-тел ижадын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын өйрәнеү. Иптәштәрең, синыфташтарың, туғандарың менән күмәкләп ҡатнашырға, ысын команда хасил итергә, бер-береңде яҡшыраҡ аңларға, тыуған яҡтың гүзәллектәрен күрергә теләһәгеҙ, был проект нәҡ һеҙҙе өсөн эшләй. Фото: Башҡортостан Беренселәр хәрәкәтенең Төбәк бүлексәһе. Тулыраҡ – бында: https://amanat.su/news/novosti/2026-11-03/asyshtar-zamany-proekty-s-y-h-tk-sa-yra-4863842