Перейти к содержимому
Максиметер

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡына ...

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡына ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.   Республика етәксеһе байрам концерты алдынан яһаған сығышында дуҫлыҡ һәм берҙәмлектең ни тиклем мөһим булыуын билдәләне:   “Был йылды Президентыбыҙ Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан итте.  Беҙҙең Башҡортостанда иһә ул  Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип тә иғлан ителде. Беҙҙә, башҡорттарҙа, былай тиҙәр: “Берҙәм өйҙә бәрәкәт бар”. Бөгөнгө һынауҙарҙа был ихлас дуҫлыҡ һәм тупланғанлыҡ – республикабыҙ һәм бөтә илебеҙ өсөн ышаныслы терәк”, – тине Радий Хәбиров.   Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостанда йәшәгән 150-нән ашыу милләт вәкилдәре һәр береһе Башҡортостанды үҙенең йорто, үҙенең Ватаны тип әйтә ала.   “Бөгөн һәр беребеҙҙең бурысы – бөтә мираҫты йәштәргә тапшырыу. Иң мөһиме, “Шайморатов синыфтары”, ирекмәнлек берләшмәләре, йәштәр тарих йәмғиәттәре, патриотик клубтар һәм эҙселек отрядтары беҙҙе шуға инандыра: йәштәребеҙ тарихи дөрөҫлөктө белә һәм яҡлай, Ватандың бөтә халыҡтарының яҙмышындағы урынды аңлай. Беҙ республикабыҙ менән ғорурланабыҙ, ул бөтә илдең алға барыуына лайыҡлы өлөш индерә”, – тине Башҡортостан Башлығы һәм республика халҡына хеҙмәте, яуаплылығы, тыуған ергә тоғролоғо өсөн рәхмәт әйтеп, уңыштар, яңы ҡаҙаныштар, Башҡортостанға һәм Рәсәйгә сәскә атыу теләне.   Артабан Башҡортостан сәнғәт оҫталары байрамға арнап ҙур концерт ҡуйҙы.   Тулыраҡ – сайтыбыҙҙа: https://amanat.su/news/novosti/2026-11-04/4-noyabr-haly-tar-ber-mlege-k-n-bash-ortostan-bashly-y-haly-ty-otlany-4864841

29 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

184 подписчиков · Медиа и блоги

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Медиа и блоги»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.