👍Башҡортостанда янғын һүндереүсе Ҡунаҡбаевтарҙың дөйөм эш стажы – 120 йылдан ашыу — 29 июля 2026 г. в 05:08:11.985
👍Башҡортостанда янғын һүндереүсе Ҡунаҡбаевтарҙың дөйөм эш стажы – 120 йылдан ашыу Күмертауҙа ҡарауыл етәксеһе булып эшләгән Юлай Ғарифуллин - династияға нигеҙ һалған Абдрафиҡ Ҡунаҡбаевтың ейәне, ул 30 йылдан ашыу ғүмерен янғын хеҙмәтенә бағышлаған. Ғаиләнең дөйөм стажы иһә 120 йылдан күберәк. Дуҫы Абдрафиҡты Мәләүездең янғын һүндереү часына эшкә саҡыра. Шулай башланып китә лә инде. Бөгөн ул арабыҙҙа юҡ, әммә улы һәм дүрт ейәне - ошо эште дауам итеүселәр. Бала сағында осоусы булырға хыялланған Юлайҙы яҙмыш Екатеринбургтағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Урал институтына алып килә. Һигеҙ урынға 25 кеше дәғүә иткән конкурста ҡатнашып, уҡырға алына ул. Ҡустыһы ла ошо һөнәрҙе һайлаған. Водитель, диспетчер һәм янғын һүндереүсе булып эшләй, уҡып сығып, ҡарауыл етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Тағы ла бер туғаны Херсон өлкәһендә хеҙмәт итә - янғын сәбәптәрен тикшерә. Өҫтәл артында эш тураһында һөйләшмәйҙәр, кәрәк саҡта бер-береһенә ярҙам итергә әҙер торалар. Ҡунаҡбаевтар династияһы - һөнәргә һөйөүҙең быуындан-быуынға күсеүенең һәм булмышҡа әүерелеүенең асыҡ миҫалы.

