Башҡортостанда асыҡ формалағы туберкулез менән сирләгән ирҙе мәжбүри дауалауға ебәргәнд... — 28 июля 2026 г. в 16:41:53.695
Башҡортостанда асыҡ формалағы туберкулез менән сирләгән ирҙе мәжбүри дауалауға ебәргәндәр — ул йәшеренеп тирә-яҡтағыларҙы йоғошло ауырыу менән зарарлаған😱 Дүртөйлөлә суд приставтары туберкулез менән сирләгән һәм дауаланыуҙан ҡасҡан урындағы кешене мәжбүри рәүештә дауаханаға оҙатҡан. Йоғошло сиренә ҡарамаҫтан, кеше араһына сығып, дауаланыуҙан ҡасып йөрөгән. 😱Медицина ойошмаһы судҡа мөрәжәғәт иткән. Материалдарҙы өйрәнгәндән һуң, суд дәғүәне ҡәнәғәтләндергән һәм пациентты туберкулезға ҡаршы диспансерҙа дауаланыу курсын үтергә мәжбүр иткән. Әммә ир кеше суд ҡарарын "ҡолағына ла элмәгән" приставтарға ишекте асмаған, осрашыуҙан ҡасып, күрше подъезда йәшенеп йөрөгән. Шулай ҙа, суд приставтары уның ҡайҙа йәшеренгәнен асыҡлап,уны мәжбүри дауалау өсөн махсус медицина учреждениеһына оҙатҡан.

