Александр Петрович Герасимовҡа 100 йәш🎉 — 28 июля 2026 г. в 15:24:15.138
Александр Петрович Герасимовҡа 100 йәш🎉 Бөгөн Стәрлетамаҡта йәшәүсе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Стәрлетамаҡтың Почётлы гражданы Александр Петрович Герасимов үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Юбилейы менән уны ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, ҡала советы депутаты Альберт Кәмилйәнов һәм ҡала ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Ғәбитов ҡотланы. 🎈Эмиль Владиславович ветеранға илебеҙҙе һаҡлауға индергән ҙур өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Рәсәй Президенты менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы исеменән ҡотлау телеграммаларын тапшырҙы. Шулай уҡ хакимиәт башлығы Александр Петровичҡа оҙон ғүмер һәм рух ныҡлығы теләне. 🎊Александр Петрович 1926 йылдың 28 июлендә Стәрлетамаҡ районында тыуған. 1943 йылдың сентябренән 1950 йылға тиклем Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 1-се Алыҫ Көнсығыш фронты составында һуғышҡан. Һуғыштан һуң, 1945 йылдың 9 авгусынан 3 сентябренә тиклем, 991-се уҡсылар полкында телеграфист булып хеҙмәт иткән. Артабан уны 10069-сы хәрби часта радиотелеграфист хеҙмәте көткән. 1954 йылда Ырымбур өлкәһендә ядро ҡоралын һынауҙа ҡатнашҡан. 🎉Александр Петровичты 100 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ!🎉

