Өфө яны электричкаларында башҡорт теле яңғыраясаҡ — 5 августа 2026 г. в 05:20:01.570
Өфө яны электричкаларында башҡорт теле яңғыраясаҡ Өфө агломерацияһындағы Дим — Иглин маршруты буйынса йөрөгән «Ласточка» һәм «Финист» ҡала яны электропоездарында мәғлүмәт рус һәм башҡорт телдәрендә яңғырай. Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙең яңы стандарты Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы сиктәрендә индерелде, тип хәбәр иттеләр БР транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Мәғлүмәтте башҡорт телендә иғлан итеү башланғысын Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма күтәреп сыҡҡан. Станция атамалары БР-ҙың Терминология хеҙмәте менән берлектә башҡортсаға тәржемә ителгән. Аудиояҙмаларҙы билдәле алып барыусы Гүзәл Мөхәмәтйәнова тауышландырған. «Артабан Өфө тимер юл вокзалында алыҫ араға йөрөүсе „Силәбе — Мәскәү“ поезы хәҙер башҡортса иғлан ителәсәк. Шулай уҡ 61 ҡала яны электропоезының 32-һендә лә мәғлүмәт рус һәм башҡорт телдәрендә тапшырыла. Был йүнәлештә эш дауам итәсәк», — тип белдерҙеләр БР транспорт һәм юл хужалығы министрлығында. Башинформ.

