Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа (2026 йылдың 18, 19 һәм 20 сентябре) һеҙ теркәлгән ... — 5 августа 2026 г. в 04:20:00.475
Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа (2026 йылдың 18, 19 һәм 20 сентябре) һеҙ теркәлгән түгел, ә һайлау көндәрендә булған урындарығыҙҙа тауыш бирә алаһығыҙ. Бының өсөн «Күсмә һайлаусы» механизмы эшләй. Был көндәрҙә ҡайҙа булыуығыҙ мөһим түгел (башҡа ҡалала, ҡунаҡта, командировкала йәки эштә) – тауыш биреү хоҡуғығыҙ һаҡлана. Мәҫәлән, Өфөлә теркәлгәнһегеҙ һәм йәшәйһегеҙ ти, ә һайлау көнөндә Бөрөлә булһағыҙ, унда тауыш бирә алаһығыҙ. Механизмды файҙаланыр өсөн уңайлы һайлау участкаһын алдан һайларға һәм, урынлашҡан ерегеҙ буйынса һайлаусылар исемлегенә индереүҙе һорап, ғариза бирергә кәрәк. Ғариза биреү ысулдары: 1⃣ онлайн Дәүләт хеҙмәттәре аша 2026 йылдың 3 авгусынан 14 сентябренең 24.00 сәғәтенә тиклем (Мәскәү ваҡыты буйынса): vk.cc/ctcqWE; 2⃣ шәхсән Күп функциялы үҙәктә йәки төбәк һайлау комиссияһында – 2026 йылдың 3 авгусынан 14 сентябренә тиклем; 3⃣ шәхсән участка һайлау комиссияһында 2026 йылдың 9 сентябренән 14 сентябренә тиклем. Ғариза статусын «Күсмә һайлаусы» сервисы аша тикшерергә мөмкин: vk.cc/ctVKTr. Паспорт һаны йәки ваҡытлыса шәхес танытмаһы кәрәк.

