29 августа, Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында 14-се «Һөт иле» ғаилә фестивале ... — 26 августа 2026 г. в 18:22:54.347
29 августа, Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында 14-се «Һөт иле» ғаилә фестивале үтәсәк 2026 йылда сара Ҙур һәм татыу ғаилә йылы эгидаһы аҫтында үтә. 2011 йылдан алып уҙғарылған Фестиваль үҙендә ҡунаҡсыллыҡ, һөт продукцияһына һөйөү һәм ауыл хужалығы етештереүселәренең хеҙмәтенә хөрмәт символы статусын нығытты. Йола буйынса, һәр ҡунаҡ байрам менән танышыуҙы сараның төп партнеры – «Росмол» компанияһының Стәрлетамаҡ филиалы («Беренсе тәм») тәҡдим иткән бер стакан сәләмләү һөтөнән башлаясаҡ. Фестивалдә тәүге тапҡыр ғаилә труппаһы сығыштары менән «Һөт циркы» күрһәтеләсәк, шулай уҡ 1,5 йәштән 4 йәшкә тиклемге иң бәләкәй ҡунаҡтар өсөн һауаға тултырылған һыйырҙар менән «Быҙауҙар сабышы» интерактив зонаһы ойоштороласаҡ. Бынан тыш, теләгән һәр кемде «Зарарлыны – һөткә» акцияһы көтә: 14 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем «СПУТНИК ФМ» радиоһының мобиль студияһында һаулыҡ өсөн зарарлы аҙыҡ-түлекте (фастфуд, тәм-том, газлы эсемлек һ.б.) файҙалы һөткә алмаштырырға мөмкин. Балалар һәм өлкәндәр өсөн интерактив зоналар, оҫталыҡ дәрестәре һәм концерт майҙансыҡтары эшләйәсәк. Сараға инеү ирекле. Башлана 10: 00 сәғәттә. Уҙғарыу урыны - «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы. Ялығыҙ күңелле, тәмле һәм бөтә ғаилә өсөн файҙалы үтһен!

