Яңы тормош асҡыстары — 26 августа 2026 г. в 17:05:29.764
Яңы тормош асҡыстары Бөгөн ҡалабыҙҙа ысын мәғәнәһендә изге һәм мөһим ваҡиға булды — яҙмыш ҡушыуы буйынса ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған ете йәш кеше үҙ фатирҙарының асҡыстарын алды😍 🦋Улар өсөн яңы тормош бите асыла: алда — үҙ аллы тормош, тәүге етди ҡарарҙар һәм, иң мөһиме, "үҙ мөйөшлө"булыу. 🌺Йәштәрҙең күҙҙәрендә — тулҡынланыу, шатлыҡ һәм өмөт: сөнки үҙ торлағың — ул иртәгәге көнгә ышаныс нигеҙе. Йәштәр яңы фатирға тиҙерәк урынлашып, үҙҙәрен өйҙәгесә тойһон өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. 🌹Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов йәш хужаларҙы ҡотлап, һәр береһенә йорттарында йылылыҡ, киләсәккә ышаныс һәм бөтә башланғыстарында уңыштар теләне. Был һүҙҙәр айырыуса мәғәнәле яңғырай: сөнки улар артында — ябай ғына теләктәр түгел, ә йәмғиәттең мохтаж булғандар өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуы тора. 🦋Етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар өсөн үҙ торлағы — ул квадрат метрҙарҙан күпкә артығыраҡ. Был — уларҙың яңғыҙ түгеллеген, ҡаланың уларҙы онотмауын һәм аяҡҡа баҫырға ярҙам итеүен күрһәткән билдә. 🌺Яңы фатир хужаларын был мөһим ваҡиға менән беҙ ҙә ҡотлайбыҙ!

