«Стәрлетамаҡта 4-6 сентябрҙә үтәсәк «Сауҙагәр 2.0» («Купец 2.0») фестивалендә, беҙ алда... — 2 сентября 2026 г. в 09:44:12.951
«Стәрлетамаҡта 4-6 сентябрҙә үтәсәк «Сауҙагәр 2.0» («Купец 2.0») фестивалендә, беҙ алдан хәбәр иткәнсә, «Артҡы ихата» («Задворки») масштаблы йәштәр майҙансығы асыласаҡ. 🌺Беренсе көндө, 4 сентябрҙә, «Артҡы ихата» биләмәһендә төп сәхнә, амфитеатр, интерактив майҙансыҡтар һәм гастрозона эшләйәсәк. 🌸"Артҡы ихата"ның бейеү майҙансығында ҡатын-ҡыҙҙар үҙ-үҙен һаҡлау алымдарын өйрәнә аласаҡ, артабан брейк-данс мәктәбе сығыштары буласаҡ. Рәхим итегеҙ!

