Башҡортостада 2026 йылда ваҡиғалы туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән 1200-ҙән ашыу сара ойо... — 2 сентября 2026 г. в 09:00:09.594
Башҡортостада 2026 йылда ваҡиғалы туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән 1200-ҙән ашыу сара ойошторола Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина һөйләне. Башҡортостандың туристик потенциалын тотороҡло үҫтереү эше дауам итә. Уҙған йылда республикала 2,4 миллиондан ашыу турист булған – 2024 йылға ҡарағанда 8,2 процентҡа күберәк. Был күрһәткес буйынса төбәк Волга буйы федераль округында – өсөнсө, ә Рәсәйҙә 13-сө урында килә. 2026 йылдың ғинуар-июнь айҙарында ҡунаҡханаларҙа, глэмпингтарҙа һәм башҡа күмәк кешегә иҫәпләнән урындарҙа 590 мең кеше туҡталған, был былтырғы күрһәткестәрҙән 3,4 процентҡа күберәк. Быйыл федераль субсидиялар биш сараға йүнәлтелгән. Улар араһында – «Есть Фест» гастрофестивале һәм «На Рахате» V Халыҡ-ара һаулыҡ һәм туризм фестивале (Өфө), беренсе «Баҡыр» тау заводтары цивилизацияһы фестивале (Ишембай һәм Мәләүез райондары), «Бирская старина» тарихи реконструкция фестивале (Бөрө районы). Ә 4-6 сентябрҙә Стәрлетамаҡта «Сауҙагәр 2.0» ҡунаҡсыллыҡ фестивале үтә.

