Стәрлетамаҡта республикала тәүге прокурор класы асылды — 2 сентября 2026 г. в 08:57:04.138
Стәрлетамаҡта республикала тәүге прокурор класы асылды Стәрлетамаҡтың 2-се гимназияһында белем көнөндә республикала тәүге прокурор класы асылды. Был башланғысты Башҡортостан прокуроры Иван Грибов тәҡдим итте, тип хәбәр итте ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов. Улар гимназияла булып, уҡыусыларҙы Белем көнө менән ҡотланы. Шулай уҡ тантаналы линейкала Стәрлетамаҡ прокуроры Роберт Әминев һәм Стәрлетамаҡтың МХО ветерандары ассоциацияһы рәйесе Олег Конев та ҡатнашты. Башҡортостан прокуратураһында билдәләүҙәренсә, прокурор класы уҡыусылары профилле әҙерлек үтәсәк, айырым предметтарҙы тәрән өйрәнәсәк. " Бында унынсы синыф уҡыусылары белем аласаҡ. Улар өсөн төрлө формалағы дәрестәрҙе, шул иҫәптән Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусылары һәм прокуратураның ғәмәлдәге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығындағы дәрестәрҙе үҙ эсенә алған ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле белем биреү программаһы әҙерләнде",— тип өҫтәнеләр ведомствола.

