Иркутск өлкәһендә тағундан (чума) вафат булған ҡатын менән бәйләнешкә ингәндән һуң 200...
Иркутск өлкәһендә тағундан (чума) вафат булған ҡатын менән бәйләнешкә ингәндән һуң 200 кеше дауаханаға оҙатыла — ҡайһы берәүҙәрендә сир билдәләре барлыҡҡа килгән. Уларҙың 189-ы — күҙәтеүгә ебәрелгән: 114-е — бер дауаханаға, 63-ө —икенсе дауаханаға, тағы 12-һе — ҡотороуға ҡаршы ғилми-тикшеренеү институтында күҙәтеү аҫтында. Дауаханаға ебәрелгәндәрҙең бер өлөшөндә билдәләр бар, әммә ул сир йоҡтороуҙы күрһәтмәй. Әлеге ваҡытта дауаханаға оҙатылғандар менән бәйләнештә булғандарҙы ла билдәләйҙәр.