"УЛ ФӘРЕШТӘ КЕҮЕК БУЛДЫ..."
"УЛ ФӘРЕШТӘ КЕҮЕК БУЛДЫ..." Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия ҡарамағындағы "Алтынай" балалар баҡсаһында йыл һайын уҙғарылып килгән, инде изге йолаға әйләнгән «Алтын бишек» конкурсы үтте: сабыйҙар туған телдә шиғырҙарҙы шул тиклем ихлас ятланылар. Был тауыштарҙа — киләсәк, йолаларҙың тере ебе һәм бәләкәстәрҙең,уларҙы әҙерләгән тәрбиәселәрҙең был епте һаҡсыл тотоуын күреү бик тәъҫирле булды. Быйыл конкурстың бер өлөшө "Алтынай" балалар баҡсаһы мөдире Гөлсәсәк Хәсән ҡыҙы Хөснитдинованың яҡты иҫтәлегенә арналды. Ул изге күңелле, ярҙамсыл,кешеләрҙе бойороҡ менән түгел, ә үҙенең өлгөһө һәм йөрәк йылыһы менән әйҙәүсе булды. Коллектив өсөн ул ябай ғына мөдир түгел, ә терәк, аҡыллы остаз һәм иң болотло көндө лә яҡтырта алырлыҡ кеше ине. Конкурстан һуң Гөлсәсәк Хәсән ҡыҙына бағышланған хәтер кисәһе үтте. Хеҙмәттәштәре, таныштары, Гөлсәсәк Хәсән ҡыҙын белгән һәр кем уның тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтте — һәм һәр һүҙҙә ихлас рәхмәт тойғоһо яңғыраны. Кемдер уның ауыр мәлдә кәрәкле һүҙҙәр таба алыуын, кемдер һорап тормайынса ла ярҙам итеүен иҫкә алды. «Ул фәрештә кеүек ине», — тигән һүҙҙәр ҙә яңғыраны залда. Кисәгә уның иң яҡын кешеләре — әсәһе менән ҡыҙының килеүе айырым йылылыҡ өҫтәне. Ғаиләһенең уны хәтерҙә һаҡлауын, уның эштәре һәм ҡылған изгелектәре тураһындағы хәтирәләрҙе тыңлауҙарын күреү уны иҫкә алырға килгән һәр кем өсөн бик мөһим ине. «Алтын бишек» конкурсы һәм был кисә Гөлсәсәк Хәсән ҡыҙына хөрмәт билдәһе генә түгел, ә бер иҫкәртеү ҙә булһын: ысын изгелек юғалмай. Ул үҙе ярҙам иткән, үҙ-үҙенә ышанырға өйрәткән кешеләрҙә, бөгөн туған телдә ғорур һәм матур итеп һөйләшкән ошо балаларҙа йәшәй. Рәхмәт һеҙгә, Гөлсәсәк Хәсән ҡыҙы, оло йөрәгегеҙ өсөн. Һеҙ мәңгегә беҙҙең хәтерҙә.