Сибай концерт-театр берекмәһенең "СУЛПАН" балалар театры XXXIII театр миҙгеленә әүҙем ә... — 1 июля 2026 г. в 16:27:46.867
Сибай концерт-театр берекмәһенең "СУЛПАН" балалар театры XXXIII театр миҙгеленә әүҙем әҙерләнә. 29 июндә труппа "ВОВКА ӘКИӘТ ИЛЕНДӘ" ("ВОВКА В ТРИДЕВЯТОМ ЦАРСТВЕ") спектаклен тапшырҙы. Был юлы мауыҡтырғыс, музыкаль спектакль нигеҙендә балалар әҙәбиәте классигы Вадим Коростылевтың әкиәте ята. Электән яратып ҡараған Вовканың мажаралары беҙҙең тамашасыларыбыҙға оҡшарына шик юҡ. Инсценировка авторы - драматург Әнгизә Ишбулдина, спектаклде ҡуйыусы режиссер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов, композитор - Рәмил Мәхийәнов, рәссамы - Азалия Раҡаева, хореограф - Динис Ширмаев. ✅16 СЕНТЯБРҙә балаларҙы премьерала көтөп ҡалалар. Сентябрҙә бәләкәй тамашасыларҙы тағы бер ҡыҙыҡлы сюрприз көтә –июль-август айында коллектив "АҠЪЯЛ БАТЫР" спектакле өҫтөндә эш башлаясаҡ.

