Әрем майы эшләп өлгөрҙөгөҙмө әле? — 19 августа 2026 г. в 17:32:40.527
Әрем майы эшләп өлгөрҙөгөҙмө әле? 🔥Был май быуындар һыҙлағанда, һеңер тартылып, аяҡ-ҡул ауыртҡанда ныҡ килешә. Аллергиянан да файҙаһы бар, ирендәге герпесты ла бөтөрә икән. 🌺Файҙаһын күргәндәр кәңәштәрен өҫтәр.🤝 Эшләп ҡарайыҡ әле ☘️Әремдең өҫкө өлөштәрен генә йыябыҙ. ☘️Быяла банкаға тығыҙлап тултырабыҙ. ☘️Өҫтөнә тулыһынса ҡапларлыҡ итеп, таҙартылмаған (нерафинированное) көнбағыш майы ҡоябыҙ. Зәйтүн майы, хатта ҡаҙ майы ҡулланыусылар ҙа бар. (Банка тулы булмаһын, ҡайнағанда артылып түгелеүе бар) ☘️Банканы һыулы һауытҡа ултыртып, өҫтөнә ҡапҡас ҡаплап, талғын утта ике сәғәт ҡайнатып алабыҙ. ☘️Урынында, һыулы һауытында һыуынғансы ултыртабыҙ. ☘️Бер ай тирәһе ҡараңғы урынға ҡуйып төнәтәбеҙ. ☘️Һуңынан майҙы һөҙөп алабыҙ, бүлмә температураһында һаҡлайбыҙ. 💥Шифалы май әҙер! 🤲Һыҙлаған урындарға һеңгәнсе ыуырға кәрәк. Компресс эшләргә лә була. Даими рәүештә ҡулланһаң, ауырыу артҡа сигенер, ауыртыу баҫылып ҡалыр. 🌺Ауырымайыҡ, һаулыҡ үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа икәнен онотмайыҡ. Фото интернеттан алынды