Услап та килһен, тоҡлап та килһен,
Услап та килһен, тоҡлап та килһен, Аяҡ-ҡулдарға уралып килһен. Уңдан да килһен, һулдан да килһен, Йөрәккәйҙәргә урғылып килһен. Иртән дә килһен, кисен дә килһен, Аң-зиһендәрҙе таҙартып килһен. Төнөн дә килһен, көнөн дә килһен. Насар уйҙарҙы ағартып килһен. Йәйен дә килһен, ҡышын да килһен, Ғәйбәт һүҙҙәрҙән аҡланып килһен. Көҙөн дә килһен, яҙын да килһен, Шаҡшы-нахаҡтан һаҡланып килһен. Хоҙайымдан гел һорайым шуны: Яҡындарыма, туғандарыма, Балаларыма, ейәндәремә, Күршеләремә һәм дуҫтарыма... Аҡса тимәгеҙ, байлыҡ тимәгеҙ, Аҡса–бер көнлөк, байлыҡ–бер айлыҡ. Мин һәммәгеҙгә ихлас теләйем Иман ныҡлығы, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ! Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.